Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары, «Ғәҙел Рәсәй» партияһы рәйесенең беренсе урынбаҫары, Рәсәй Президентының сит илдәрҙәге ватандаштар ойошмалары менән үҙ-ара эш итеү буйынса махсус вәкиле, Рәсәйҙең Өҫтәл теннисы федерацияһы президенты Александр Бабаков менән осрашты. Башҡортостандың Рәсәй парламенты менән үҙ-ара эш итеүен киңәйтеү, республикала «Ғәҙел Рәсәй» партияһының эшмәкәрлеге, шулай уҡ төбәктең социаль-иҡтисади үҫеше һәм спортта берлектәге проекттарҙы бойомға ашырыу фекер алышыуҙың төп темалары булды, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән. Осрашыуҙа Радий Хәбиров Башҡортостанда бөтә кимәлдәге партия вәкилдәре менән конструктив мөнәсәбәттәрҙең яйға һалыныуын билдәләне. «Ғәҙел Рәсәй» беҙҙең өсөн партнёрҙарса сәйәси көс булып тора. Эске һәм тышҡы сәйәсәттең төп йүнәлештәре буйынса беҙ үҙ-ара аңлашып, бергәләп республика һәм ил мәнфәғәте өсөн эшләйбеҙ», — тип белдерҙе ул. Осрашыуҙа шулай уҡ МХО-ла ҡатнашыусыларға һәм
Радий Хәбиров Дәүләт Думаһы рәйесе урынбаҫары Александр Бабаков менән осрашты
23 января23 янв
1 мин