Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары тейешле закон проектын беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Бөгөн, 22 ғинуарҙа, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың пленар ултырышында депутаттар тәүге уҡыуҙа республикала граждандарҙың мөрәжәғәттәре тураһында законға үҙгәрештәр индереү тураһында закон проектын ҡабул итте. Парламентарийҙар хәрби хәбәрселәргә республиканың дәүләт органдарына, муниципаль органдарына һәм вәкәләтле ойошмаларына сиратһыҙ инеү хоҡуғын бирергә теләй. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2025 йылда Башҡортостан Рәсәйҙә беренсе булып хәрби журналистар тураһында закон ҡабул итте. Документ хәрби журналист, хәрби журналистика хеҙмәткәре, хәрби журналистика ветераны төшөнсәһен билдәләй.
Ветеран-хәрби хәбәрселәр республиканың дәүләт учреждениеларына сиратһыҙ инә ала
22 января22 янв
~1 мин