✅ Элек бәҙрәфтә гәзит уҡый инек, хәҙер бәҙрәфтә телефонда ултырабыҙ. ✅ Элек кистән балалар йоҡламаһа бабай алып китә ине, хәҙер күршеләр стена шаҡый. ✅ Элек мәктәпкә августа ғына кейем ала инек, хәҙер көн һайын. ✅ Элек кейемде ике - өс размерға ҙурҙы, биш йылға етерлек итеп алһалар илағы килә ине, хәҙер "оверзайс" (ҡапсыҡ кеүек кейемдәр), балалар шулай кейенгәнгә илағы килә. ✅ Элек күршенең баҡсаһынан алма, ҡыяр, помидор урлай инек, хәҙер күршенең вай-файын. ✅ Элек ике генә алмаш кейем әллә нисә йылға етә ине, хәҙер ете шкаф кейем, кейергә кейем юҡ. ✅ Элек йылғала эсәк йыуа, кер сайҡай, балаҫ, машина йыуа инек, хәҙер штраф. ✅ Элек йәй буйы ҡулдар себешләй ине, хәҙер телефонға күп баҫҡылап, сөйәл сыға. ✅ Элек ҡар яуғансы баҫыуҙа кишер, сөгөлдөр сығарҙыҡ, хәҙер мәктәптә иҙән йыуҙырһалар, ҡар көрәтһәләр, эш судҡа барып етә... ✅ Элек тәҙәләргә буран һүрәт төшөрөп китә ине, хәҙер пластик тәҙрәләргә төшөрмәй. ✅ Элек йәй буйы йылғала малайҙар һыуға батыра торғайны, хәҙер балалар йөҙә лә белмә