Радий Хәбиров #ҺоҡланғысКешеләрТормошо_Башҡортостан рубрикаһын дауам итә. «Үҙҙәре өсөн йәшәргә теләйҙәр», ә көслө, күп балалылар бар. Бәхетлеләр». Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ғаиләләрҙе шулай һүрәтләне һәм республикабыҙҙа йәшәгән ишле ғаиләләрҙең береһе — Новиковтар тарихы менән уртаҡлашты. Марина һәм Андрей биш бала тәрбиәләй. Әсә урта махсус музыка колледжында башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй, «Әсәлек даны» миҙалы бар. Ғаилә башлығы – геолог, үҙе эшләгән осорҙа «РН-БашНИПИнефть» компанияһында етәксе вазифаһына тиклем күтәрелгән. Рәсәй Энергетика министрлығының рәхмәт хаты менән бүләкләнгән. Новиковтарҙың бөтә балалары ла музыкант һәм артист булып үҫеп килә. Владимир – виолончелист, Ульяна – буласаҡ балерина, Степан – фортепианола, ә Тихон скрипкала уйнай. Дүрт йәшлек Федор балалар баҡсаһына йөрөй, ул да музыка менән ҡыҙыҡһына. «Балалар спорт, бейеү менән шөғөлләнә. Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаттары, олимпиадаларҙа призлы урындар яулай. 2025 йылдың декабре
Башҡортостан Башлығы Владимир Путиндан миҙал алған ғаилә менән таныштырҙы
21 января21 янв
1 мин