Ҡулы эш белгән һис юғалмаҫ. "Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙ" мәҡәле Таулыҡай ауылында йәшәүсе Наил Абдулла улы Исхаҡовҡа ҡарата әйтелгән төҫлө. Бар эшкә маһир Наил Абулла улын ауылдаштары тырыш, уңған, бар эш ҡулынан килгән ир-егет булараҡ беләләр.
Төп эше Меләүез һөт консерва комбинатында. Водитель булараҡ, һөт йыйыу машинаһында йөрөп, эргә-тирәләге хужалыҡтарҙың һөтөн ташыһа, ҡалған һөнәрҙәре үҙенең оҫталығына, таҫыллығына бәйле. Ысынлап та, оҙаҡ йылдар водитель булып эшләгән Наил Исхаҡовҡа ауылдаштарының боҙолған техникаһын, машиналарын йүнәтеп биреү бер ни түгел.
Урам эсендә, малайҙары ярҙамында төҙөп алған ҙур гаражда, барлыҡ кәрәк-яраҡ, йүнәтеү өсөн ҡорамалдар йыйылған.
Бынан тыш, һыу үткәреү, электр уты төшөрөү, төҙөлөшкә ҡағылышлы барлыҡ эштарҙе лә эшләй. Ярҙам һорап мөрәжәғәт итеүселәргә әленән-әле ярҙам итеп, был һөнәрҙәр буйынса ла оҫталығын арттыра.
Шулай уҡ, сауҙа эшен алып барған Айгөл һеңлеһе өсөн дә, алыштырғыһыҙ водитель, һәр саҡ ярҙам ҡулы һуҙырҙай туған да ул.
Һ