Кеше күңеле һәр саҡ мохтаж була Йылы һүҙгә,наҙға, яҡлауға. Аяуыраҡ була белһәк ине Яҡындарҙың күңелен һаҡларға. Һин дә мохтаж уға.Мин дә мохтаж. Кеше йөрәге бит таш түгел. Һәр кемдең дә ҡайғы- хәсрәте бар, Күңел һандыҡтары буш түгел. Уф, тигәндән ҡабыныр саҡтар була Эсеңдәге хәсрәт- ялҡындан. Араларға яҡын кешең булһын Алған саҡта ҡайғы алҡымдан. Хәл белешеү үҙе оло һауап- Күрешергә ваҡыт табайыҡ. Ҡыҫҡа ғына ғүмер, үтеп китер, Һауаптарын алып ҡалайыҡ Р.Ибраһимова.