Ир-егеттең юлдашы ла, моңдашы ла ат тиҙәр. Ысынлап та, был шулайҙыр. Баймаҡ районы Ғәҙелбай ауылында йәшәүсе класташым Илгиз Әхмәтовҡа бала сағында уҡ ат «ене» ҡағылған. —Йылҡы малына, атҡа булған һөйөү бала саҡтан килә. Атайым күп йылдар Баймаҡ районы «Алға» колхозының Ғәҙелбай бүлексәһендә ферма мөдире булып эшләне. Мин иҫ белгәндән беҙҙең хужалыҡта аттар бар ине. Ул осорҙа ауыл ерендә барлыҡ эштәрҙе нәҡ улар ярҙамында башҡарғанға күрә, беҙ йәйен-ҡышын тип әйтерлек аттар янында була инек. Йәй көндәре кәбән ҡойғанда күбә тартыу, ҡыш көндәре урмандан бесән-һалам ташыу—бала сағыбыҙҙың иң күңелле, иң мауыҡтырғыс осоро булды. Ул мәлдә колхоз-совхоздар гөрләп торҙо. Яҙғы баҫыу эштәренән һуң һәр бер колхоз биләмәһендә һабантуй байрамдары уҙғарыла ине. Беҙ, 7-8 йәшлек малайҙар, ярышҡа аттар әҙерләнек. Хәтеремдә, 5-6-сы кластарҙа уҡығанда, миңә ике йыл рәттән колхоз һабантуйындағы ат сабышында 2-се урын алдым. Йылҡы малына булған һөйөү йылдар үтһә лә һүрелмәне, киреһенсә артты ғына. Төрлө яры