Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров социаль селтәрҙә бала саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты: Ғинуар башында ике көнгә бөтә ғаилә менән Күгәрсен районының Ҡадир ауылына юлландыҡ. Ауылда йәшәгән ҡустым Әнүәр менән сәй өҫтәле артында һөйләшәп ултырҙыҡ. Уның хужалығында төрлө мал һәм ҡош-ҡорт күп. Ул ауылды ярата һәм бер ҡайҙа ла китергә теләмәй.
2023 йылда Әнүәр үҙ теләге менән махсус хәрби операция зонаһына китте, 2025 йылда ҡайтты, күп дуҫтарын юғалтты, әле уларҙың яҡындары менән аралашып тора. Ул үҙенең батальоны яугирҙәре тураһында һөйләй, улар менән бәйләнеш өҙмәй, ялға ҡайтҡанда осрашалар.
Бала сағыбыҙҙы иҫләп ултырҙыҡ. Дүрткә биш метрлыҡ йортта ете кеше йәшәнек: атайым, әсәйем һәм беҙ — биш бала. Өйҙөң күп өлөшөн утын мейесе биләй ине.
Һуңыраҡ атай йортҡа дүрткә өс метрлыҡ төкәтмә төҙөнө. Мейес менән стена араһында 70 см самаһы арауыҡ бар ине. Атайым унда ятырлыҡ итеп таҡталар теҙҙе һәм беҙ ҡустым Әнүәр менән шунда йоҡлай инек. Ҡышҡы осорҙа аҫта кәзә бәрәстәре һәм быҙауҙар торҙо