Иң ауыр хәтирә Бурыл тигән атыбыҙға бәйле. Иптәшем вафат булғас, уны таба алмай йонсоноҡ. Шунан кемдер: «Бурылығыҙ зыярат эргәһендә»,—тине. Мин барғанда, ул зыярат ҡоймаһына башын һалып хужаһының ҡәбере яғына ҡарап тора ине. Тоторға барһаҡ, тоттормай ҡаса. Өйрөлөп килә лә йәнә зыяратҡа бара. Тормош иптәшемдең ата-әсәһе байтаҡ йылдар Ишей ауылында йәшәгән. 1958 йылда Ниғәмәт ауылына күсеп килгәс, колхоз бригадиры 13 йәшлек баланы ат ҡарарға сығарған. Ул бер йыл алда уҡырға барып ете класты тамамлаған булған. Шуға ла уны ҙур күреп эшкә ҡушҡандарҙыр. Ни булһа ла, иремдең атҡа һөйөү бәләкәйҙән ине. Гел генә ат булған ерҙә эшләргә ынтылды. Ғаилә ҡорғас та ат һатып алып көтөргә булдыҡ. Тәүге алған атыбыҙ ҡазаланды. Кананикольский урманынан КРАЗ машиналары ағас ташыйҙар ине. Күпер эргәһендә шул машиналарҙың береһе атыбыҙҙы тапап китте. Өс көнлөк кенә ҡолоно ҡалды. Аттар кешегә, уның тауышына тиҙ эйәләшә, һәр кешенең тауышын үҙенсә ҡабул иткәнен дә беҙ шунда белдек. Әсәһеҙ ҡолондоң беҙгә реакц