? ✅Фасоль. Икенсе типтағы диабет, юғары кимәлдәге холестерин, ашҡаҙан сирҙәре ауырыуҙарын кәметеү өсөн йышыраҡ фасоль ашарға кәрәк. Был йәшелсәлә үҫемлек күҙәнәк туҡымаһы күп, уға ҡытлыҡ төрлө йәштә, айырыуса, иллене уҙғас, күҙәтелә. Ғөмүмән, ҡуҙаҡлыларҙың бөтәһе лә файҙалы һәм туҡлыҡлы. ✅Көнбағыш тосо. Йәшлегегеҙҙе һәм тире матурлығын һаҡлағығыҙ килһә, көнбағыш ашағыҙ. Уның төҫөндә Е һәм С витаминдары күп, тап улар ҡартлыҡтың төп сәбәпсеһе булып ирекле радикалдар менән көрәшергә ярҙам итә. ✅Помидор. Матур булғығыҙ килһә, йөҙөгөҙҙө һырҙар "биҙәмәһен" тиһәгеҙ, помидор ашағыҙ. Унда тәбиғи антиоксидант - ликопин бар, тирене төрлө йәрәхәттәрҙән һаҡлай һәм йыйырсыҡтарҙың иртә барлыҡҡа килеүен иҫкәртә. Өҫтәүенә, улар үпкә функцияһына ыңғай тәьҫир итә, тын алыу органдары сирҙәре билдәләрен еңеләйтә. ✅Сөгөлдөр. Ул мейе, йөрәк эшмәкәрлеген яҡшырта. Был тамыраҙыҡта артериаль баҫымды кәметеүсе, ҡан тамырҙарын киңәйтеүсе үҙенсәлекле матдәләр бар. ✅Һөт аҙыҡтары. Кеше өлкәнәйгән һайын муск