Найти в Дзене
Атайсал гәзите

ӘСӘЙ ДОҒАҺЫ — ИҢ КӨСЛӨ ҠАЛҠАН

🤍 💕 Йә, Аллаһ! Һинең гүзәл исемдәрең менән һорайым: балаларымды рәхимең менән солғап ал! Уларға хәйерле ғүмер, яҡты яҙмыш насип ит! 💕 Йә Аллаһ, уларҙың иманын нығыт! Көсһөҙҙәренә көс, ауырыуҙарына шифа бир! Тәндәрен нығыт, күреү-ишетеү һәләттәрен һаҡла, етешһеҙлектәрен төҙәт, иң яҡшы кешеләр итеп үҫтер. 💕 Йә Аллаһым, үҙеңдең мәрхәмәтең менән балаларымды сир-сырхауҙан, ауыр хаталарҙан, гонаһтарҙан һаҡла. Тормош юлында аҙашып, яман ғәҙәттәргә төшмәһендәр. 💕 Йә Аллаһ, балаларыбыҙ атай-әсәйҙәрен яратып, хөрмәт менән тыңлап торһон. Беҙгә ҡарата ҡаты бәғерле, аяуһыҙ булмаһындар. 💕 Йә Раббым, балаларыбыҙҙы иманлы, тәртипле, бәхетле итеп үҫтерергә беҙгә аҡыл һәм сабырлыҡ бир. Бәхет башы — тәүфиҡ. Иң тәүҙә тәүфиҡле ит! 💕 Йә Аллаһым, үҙ ҡөҙрәтең менән балаларымды яуыз кешеләрҙән, яман күҙҙәрҙән, ялған һүҙҙәрҙән һаҡла. Юлдарында изге кешеләр генә осраһын, хаслыҡ-яманлыҡтар ҡағылмаһын. 💕 Йә Раббым, балаларымды кеше рәнйетеүҙән, яуызлыҡ ҡылыуҙан тый. Үҙҙәрен дә хаҡһыҙ рәнйетмәһендә

ӘСӘЙ ДОҒАҺЫ — ИҢ КӨСЛӨ ҠАЛҠАН 🤍

💕 Йә, Аллаһ!

Һинең гүзәл исемдәрең менән һорайым: балаларымды рәхимең менән солғап ал! Уларға хәйерле ғүмер, яҡты яҙмыш насип ит!

💕 Йә Аллаһ, уларҙың иманын нығыт! Көсһөҙҙәренә көс, ауырыуҙарына шифа бир! Тәндәрен нығыт, күреү-ишетеү һәләттәрен һаҡла, етешһеҙлектәрен төҙәт, иң яҡшы кешеләр итеп үҫтер.

💕 Йә Аллаһым, үҙеңдең мәрхәмәтең менән балаларымды сир-сырхауҙан, ауыр хаталарҙан, гонаһтарҙан һаҡла. Тормош юлында аҙашып, яман ғәҙәттәргә төшмәһендәр.

💕 Йә Аллаһ, балаларыбыҙ атай-әсәйҙәрен яратып, хөрмәт менән тыңлап торһон. Беҙгә ҡарата ҡаты бәғерле, аяуһыҙ булмаһындар.

💕 Йә Раббым, балаларыбыҙҙы иманлы, тәртипле, бәхетле итеп үҫтерергә беҙгә аҡыл һәм сабырлыҡ бир. Бәхет башы — тәүфиҡ. Иң тәүҙә тәүфиҡле ит!

💕 Йә Аллаһым, үҙ ҡөҙрәтең менән балаларымды яуыз кешеләрҙән, яман күҙҙәрҙән, ялған һүҙҙәрҙән һаҡла. Юлдарында изге кешеләр генә осраһын, хаслыҡ-яманлыҡтар ҡағылмаһын.

💕 Йә Раббым, балаларымды кеше рәнйетеүҙән, яуызлыҡ ҡылыуҙан тый. Үҙҙәрен дә хаҡһыҙ рәнйетмәһендәр. Көнсөл-хөсөт кешеләрҙең насар ниәте теймәһен. Үҙеңдең рәхимең менән һаҡлап йөрөт.

💕 Йә Аллаһ, балаларыбыҙҙы дүрт тарафтан фәрештәләрең һаҡлап торһон. Бәлә-ҡаза, ут-һыу хәүефтәре, һәләкәттәр янамаһын.

💕 Йә Аллаһым, балаларыбыҙ беҙҙең йөҙ аҡлығыбыҙ, күңел шатлығыбыҙ булһын.

💕 Йә Раббым, уларҙың йөрәктәрен Һине яратыусы, Һиңә һыйыныусы, ҡушҡандарыңды үтәүсе, тыйғандарыңдан тыйылыусы итеп нығыт.

💞 Йә Аллаһ, балаларыбыҙҙың кешеләр араһындағы дәрәжәһен күтәр. Уларға бәхет, тәүфиҡ, ырыҫлы оҙон ғүмер, иман байлығы бир. Үҙҙәрен тәъмин итерлек, башҡаларға ярҙам итерлек мал насип ит. Кеше күҙенә ҡарап тилмереүҙән һаҡла.

💕 Йә Раббым, балаларымa сәләмәт аҡыл, мәрхәмәтле йөрәк, шәфҡәт, бәрәкәт, белемдәрен файҙаланырлыҡ һәләт һәм тырышлыҡ бир.

💕 Йә Аллаһ, уларҙы түбәнселеккә төшөүҙән, хурлыҡҡа ҡалыуҙан һаҡла. Уларҙың шатлығы беҙгә лә етһен, бөтә яҡындарын һөйөндөрһөн.

💕 Йә Аллаһым, балаларымa зирәк зиһен, күркәм холоҡ, камил аҡыл, йомшаҡ күңел бир. Матур фиғел, яҡты йөҙ менән үҙ бәхеттәрен үҙҙәре ҡороп йәшәһендәр.

Ҡыҙҙарыбыҙға — ир бәхете, әсә булыу шатлығы, ғаилә йылыһы;

улдарыбыҙға — абруйлы атай, ышаныслы йәр булыу насип ит. Ил-йортҡа терәк, һәр кемгә үрнәк булһындар.

💕 Йә Аллаһым, бөтөн изге теләктәрем тормошҡа ашып, ошо теләгәндәремде күреп ултырырға яҙһын. Әәмиин.

🤍 Был доғаны һаҡлап ҡуйып, йыш уҡыйыҡ.

Теләк-доғалар ҡабул булһын, балалар имен-һау булһындар. 🤲