! Сасҡауҙарың өсөн, ҡышым, рәхмәт! Ҡайнар һалҡынлыҡҡа ғашиҡмын. Мин йәйҙәрҙә, етеп илар хәлгә, Тойғолар саф, ниәттәр аҡ мәлгә, Ҡарлы ҡосағыңа ашыҡтым. Һалҡындарың, ҡышым, һағындырған... Һалҡынлығың менән табындырған Һине һағыныуым - үҙәктә. Һин донъяға мине ғашиҡ иттең, Китһәң, аҡ өмөттәр яғып киттең, Һүнмәй хистәр, ҡайнай йөрәктә. Ҡыштар әллә һалҡын, әллә ялҡын? Хистәр тулҡынлана алҡын-алҡын, Талғын ҡарҙар моңло йыр яҙа. Ҡырыҫ булмышымды үҙ иткән дә, Аҡ ҡышымды йырлы һүҙ иткән дә, Әлдә, тием, һин бар донъяла. Миләүшә Ҡыҙрасова.