Янғында 46 йәшлек ирҙең һәм 40 йәшлек ҡатындың ғүмере өҙөлгән. Яңы йылдың 9 көнөндә республикала 71 янғын теркәлеп, уларҙа 4 кеше һәләк булған, 5 кеше төрлө тән йәрәхәттәре алған. Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре ут менән һаҡ эш итеү кәрәклеге хаҡында туҡтауһыҙ киҫәтеп тороуға ҡарамаҫтан, уттан зыян күреүселәр һаны ла, һәләк булыусылар ҙа арта.