Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

🎭 Артист көнөндә ике театр осрашты

!   Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында “Сулпан” балалар театры коллективы менән берлектә сағыу ижади кисә булып уҙҙы. Был осрашыу ике театр артистарын матур театр ғаиләһенә берләштерҙе. 🤝  ☕️ Ғәиләгә хас йылы мөнәсәбәттә оло быуын оҫталары тәжрибә уртаҡлашты, йәштәр иһә, үҙ сиратында, кисәгә дәрт-дарман өҫтәне. Кисәнең программаһы уйын-көлкөгә, импровизацияларға, төрлө ижади күнекмәләргә бай булды!!!    Артистар бер тауыштан бындай кисәләрҙе йыл һайын үткәрергә килеште! Был сара театрҙар араһындағы дуҫлыҡты нығытасаҡ һәм артистарға яңы ижади үрҙәргә күтәрелеүгә ярҙам итәсәк.   ✨ Театр — ул берҙәмлек һәм илһамлыҡ сығанағы. Онотолмаҫлыҡ байрам өсөн бөтәһенә лә ҙур рәхмәт!

🎭 Артист көнөндә ике театр осрашты!

 

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында “Сулпан” балалар театры коллективы менән берлектә сағыу ижади кисә булып уҙҙы. Был осрашыу ике театр артистарын матур театр ғаиләһенә берләштерҙе. 🤝 

☕️ Ғәиләгә хас йылы мөнәсәбәттә оло быуын оҫталары тәжрибә уртаҡлашты, йәштәр иһә, үҙ сиратында, кисәгә дәрт-дарман өҫтәне. Кисәнең программаһы уйын-көлкөгә, импровизацияларға, төрлө ижади күнекмәләргә бай булды!!!

 

 Артистар бер тауыштан бындай кисәләрҙе йыл һайын үткәрергә килеште! Был сара театрҙар араһындағы дуҫлыҡты нығытасаҡ һәм артистарға яңы ижади үрҙәргә күтәрелеүгә ярҙам итәсәк.

 

✨ Театр — ул берҙәмлек һәм илһамлыҡ сығанағы. Онотолмаҫлыҡ байрам өсөн бөтәһенә лә ҙур рәхмәт!