Биш тиҫтә йыл иңгә-иң терәпЙылайыр районының Сәләх ауылында йәшәүсе Таймасовтар теүәл илле йыл элек сәстәрен сәскә бәйләгәндәр һәм ярты быуат бер-береһенә булған һөйөү тойғоһон һаҡлап, бер-береһен ихтирам итеп, башҡаларға өлгө булып матур ғүмер кисерә. Әнүр ағай менән Роза апай Таймасовтар 1975 йылдың ноябрь айында ҡауышып, ғаилә ҡора. Башта икәүҙән-икәү генә булһалар, хәҙер улар – 9 кеше, ҙур татыу ғаилә. Өс балаға ғүмер бүләк иткән Таймасовтар өс ейән менән бер ейәнсәргә бәхетле олатай менән өләсәй ҙә. Оло улдары Фәнүр ветеринар һөнәрен үҙләштереп, ауылда ата-әсәһе янында йәшәй. Ҡыҙҙары Гөлсөм Сибай ҡалаһында төпләнгән. БДУ-ның Сибай институтында биология һәм химия уҡытыусыһы һөнәрен алып сыҡҡан белгес хеҙмәт юлын «Башҡорт баҡыры» ойошмаһында дауам итә – Үҙәк химия лабораторияһында инженер-химик. Бәхетле ҡатын, хәстәрлекле әсәй, тормош иптәше менән ике ул үҫтерәләр. Кесе улдары Рәфис тә химик белемле, Коми Республикаһында вахта ысулы менән эшләй. Өйләнгән, кәләше менән бер ул һәм