: – Көнө буйы өйҙәһең, ниңә исмаһам донъяны йыйыштырмайһың? Ҡатын: – Һин көнө буйы эшләйһең, ниңә беҙ һаман бай түгел? *** Ике әхирәт әңгәмәләшә: – Бөтә ирҙәр ҙә эсә. – Минең ҡәбәхәт ашай ҙа бит әле ул. *** – Иренең икенсе ҡатын менән концертҡа барырға йыйынғанын белгәс, бисәһе ни эшләй? – Өйөндә концерт күрһәтә. *** – Ҡәҙерлем, пальтомдың төймәләре өҙөлөп төшә башланы. Кейеп сығырға оялам. – Ярай, иртәгә һатып алырмын. – Пальтомы? – Юҡ, төймә. *** – Күршебеҙ бөтә эшен шул тиклем һәйбәт, сифатлы итеп эшләп ҡуя, ә һин тик тәп-ләп! – ҡатын ирен игәй. – Ялҡау бит ул, киренән эшләмәҫ өсөн тырыша! – ти ире. *** – Тәүге дүрт ирегеҙ бәшмәк менән ағыуланған, бишенсеһе баҫҡыстан йығылған. Быны нисек аңлатаһығыҙ? – Бишенсеһе бәшмәк яратманы. *** Ҡатын-ҡыҙ ире алдында ике бурысты башҡара: 1. Йәне көйһә, уны тынысландыра. 2. Тыныс булһа, йәнен көйҙөрә. *** Ир менән ҡатын әрләшкән, һөйләшмәйҙәр. Бер аҙҙан ҡатын татыулашмаҡсы була: – Ярай-ярай, туҙынма, икебеҙ ҙә ғәйепле,