Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Шүлгән мәмерйәһе янында яңғыҙ аҡҡош

Шүлгән мәмерйәһе эргәһендә яңғыҙ аҡҡош ҡышларға ҡалған. Был һирәк осрай торған ҡошто “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы зоологы Илдус Нурмөхәмәтов аңғарып ҡалған. Аҡҡош кешенән ҡурҡып, шунда уҡ һауаға күтәрелгән. Унда оҙаҡ ҡына йылға өҫтөндә өйөрөлөп йөрөгән. Аҡҡош менән нимә булған икән: ишен юғалтҡанмы әллә үҙе яраланып-фәлән йыраҡҡа оса алмай, тубынан айырылып ҡалғанмы? Аҡҡош оҙон сәйәхәт алдынан ял итеп алырға төшкән булғандыр ҙа, тубынан аҙашып ҡалғандыр, тип күҙаллай ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре. Имен генә ҡыш сығып, иптәштәрен табырға насип булһын инде Шүлгән аҡҡошона. “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы төркөмө мәғлүмәте файҙаланылды.

Шүлгән мәмерйәһе янында яңғыҙ аҡҡош

Шүлгән мәмерйәһе эргәһендә яңғыҙ аҡҡош ҡышларға ҡалған. Был һирәк осрай торған ҡошто “Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы зоологы Илдус Нурмөхәмәтов аңғарып ҡалған.

Аҡҡош кешенән ҡурҡып, шунда уҡ һауаға күтәрелгән. Унда оҙаҡ ҡына йылға өҫтөндә өйөрөлөп йөрөгән.

Аҡҡош менән нимә булған икән: ишен юғалтҡанмы әллә үҙе яраланып-фәлән йыраҡҡа оса алмай, тубынан айырылып ҡалғанмы?

Аҡҡош оҙон сәйәхәт алдынан ял итеп алырға төшкән булғандыр ҙа, тубынан аҙашып ҡалғандыр, тип күҙаллай ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре.

Имен генә ҡыш сығып, иптәштәрен табырға насип булһын инде Шүлгән аҡҡошона.

“Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы төркөмө мәғлүмәте файҙаланылды.