Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Яҡташыбыҙ, Йылайыр һандуғасы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова «Махсус хәрби операцияға ярҙам өсөн» миҙалы

Яҡташыбыҙ, Йылайыр һандуғасы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова «Махсус хәрби операцияға ярҙам өсөн» миҙалы менән бүләкләнде. Был наградаға ул әүҙем патриотик позицияһы, Ватанды һаҡлаусыларҙы хуплауға шәхси өлөшөн индергән өсөн лайыҡ булды. 💫 Быйыл Гөлсөм Вәлиулла ҡыҙы бер нисә тапҡыр «Ете ҡыҙ» ойошмаһы составында махсус хәрби операция биләмәһенә барып, «Башҡортостан» мото уҡсылар полкы һалдаттары алдында концерттар ҡуйҙы. Был сәфәрҙәр уның күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Ул үҙенең хис-тойғолары менән социаль селтәрҙә уртаҡлашты: 💬 «Яугирҙәрҙең батырлығын, ныҡлығын күреү – йөрәккә тәрән тәьҫир итә. Алғы һыҙыҡта тормоштоң, һәр мәлдең, һәр йылмайыуҙың ысын мәғәнәһен аңлайһың. Ватанды һаҡлаусыларға ҡарап сикһеҙ ғорурлыҡ кисерҙем. Уларға ҙур рәхмәт! Яңы йыл барыбыҙға ла тыныслыҡ, еңеү һәм көтөлгән тыныслыҡ алып килһен!» 🎶 Артистканың өлөшө алғы һыҙыҡта концерттар ҡуйыу менән генә сикләнмәй. Декабрҙә ул «Матур халыҡтың балаһы» исемле яңы йырын тәҡдим и

Яҡташыбыҙ, Йылайыр һандуғасы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Гөлсөм Бикбулатова «Махсус хәрби операцияға ярҙам өсөн» миҙалы менән бүләкләнде.

Был наградаға ул әүҙем патриотик позицияһы, Ватанды һаҡлаусыларҙы хуплауға шәхси өлөшөн индергән өсөн лайыҡ булды.

💫 Быйыл Гөлсөм Вәлиулла ҡыҙы бер нисә тапҡыр «Ете ҡыҙ» ойошмаһы составында махсус хәрби операция биләмәһенә барып, «Башҡортостан» мото уҡсылар полкы һалдаттары алдында концерттар ҡуйҙы. Был сәфәрҙәр уның күңелендә тәрән эҙ ҡалдырҙы.

Ул үҙенең хис-тойғолары менән социаль селтәрҙә уртаҡлашты:

💬 «Яугирҙәрҙең батырлығын, ныҡлығын күреү – йөрәккә тәрән тәьҫир итә. Алғы һыҙыҡта тормоштоң, һәр мәлдең, һәр йылмайыуҙың ысын мәғәнәһен аңлайһың. Ватанды һаҡлаусыларға ҡарап сикһеҙ ғорурлыҡ кисерҙем. Уларға ҙур рәхмәт! Яңы йыл барыбыҙға ла тыныслыҡ, еңеү һәм көтөлгән тыныслыҡ алып килһен!»

🎶 Артистканың өлөшө алғы һыҙыҡта концерттар ҡуйыу менән генә сикләнмәй. Декабрҙә ул «Матур халыҡтың балаһы» исемле яңы йырын тәҡдим итте.