Найти в Дзене
Атайсал гәзите

Поликлиникалар байрамдарҙа нисек эшләй?

Байрамдарҙа поликлиникалар ҡасандан эшләй башлар? Башҡортостан поликлиникаларында табиптарҙың ярҙамын 2 ғинуарҙан алырға мөмкин. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. Ашығыс мөрәжәғәттәр, профилактик ҡарауҙар һәм дарыуҙар яҙыу өсөн табиптар 31 декабрҙә эшләйәсәк, шулай уҡ 2026 йылдың 2, 3, 5, 6, 8, 9, 10 ғинуарында 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем. Өйгә саҡырыуҙар 16.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителәсәк. Белгестәргә йәки диспансеризацияға яҙылырға, шулай уҡ табипты өйгә контакт-үҙәктең берҙәм номеры – 122 аша саҡырырға мөмкин. Яңы йылдың тәүге көндәрендә, 2, 3, 5, 8, 9, 10 ғинуарҙа операторҙар шылтыратыуҙарҙы иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 4-кәтиклем, ә 6 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 8-ҙән 3-кәтиклем ҡабул итә. Стационарҙар, травма пункттары һәм ашығыс ярҙам хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Фото: "Башинформ".

Байрамдарҙа поликлиникалар ҡасандан эшләй башлар?

Башҡортостан поликлиникаларында табиптарҙың ярҙамын 2 ғинуарҙан алырға мөмкин. Был хаҡта Хөкүмәттең аҙналыҡ оператив кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Айрат Рәхмәтуллин хәбәр итте. Ашығыс мөрәжәғәттәр, профилактик ҡарауҙар һәм дарыуҙар яҙыу өсөн табиптар 31 декабрҙә эшләйәсәк, шулай уҡ 2026 йылдың 2, 3, 5, 6, 8, 9, 10 ғинуарында 8.00 сәғәттән 17.00 сәғәткә тиклем. Өйгә саҡырыуҙар 16.00 сәғәткә тиклем ҡабул ителәсәк. Белгестәргә йәки диспансеризацияға яҙылырға, шулай уҡ табипты өйгә контакт-үҙәктең берҙәм номеры – 122 аша саҡырырға мөмкин. Яңы йылдың тәүге көндәрендә, 2, 3, 5, 8, 9, 10 ғинуарҙа операторҙар шылтыратыуҙарҙы иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 4-кәтиклем, ә 6 ғинуарҙа иртәнге сәғәт 8-ҙән 3-кәтиклем ҡабул итә. Стационарҙар, травма пункттары һәм ашығыс ярҙам хеҙмәте тәүлек әйләнәһенә эшләйәсәк. Фото: "Башинформ".