Найти в Дзене
Атайсал гәзите

💞Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы 550-се сабый тыуыуы тураһында акт теркәлде

💞Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлегендә быйылғы 550-се сабый тыуыуы тураһында акт теркәлде. Өлөшлө бала - Илшат Динислам улы һәм Зинира Зиннур ҡыҙы Сафиндарҙың 5-се бәпесе Айдилә. Бәләкәс һеңлеләренең тыуыуын Айлина (13 йәш), Альмир (12 йәш), Милена (7 йәш) һәм Айсилә (2 йәш) түҙемһеҙләнеп көткән.

Ҡыҙы тыуыу тураһында таныҡлыҡ ала килгән бәхетле атай Илшат Динислам улына Сибай ҡалаһының ЗАГС бүлеге начальнигы Айгөл Бохарбаева Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Денис Назаров исеменән “Яңы тыуған сабыйға” бүләк йыйылмаһын һәм фотоальбом тапшырҙы.

Иң ҡәҙерле яңы йыл бүләгенә эйә булыусы ишле ғаиләне - Сафиндарҙы ҡайнар ҡотлайбыҙ! Бәпестәре лә, үҙҙәре лә имен-һау, донъялар тыныс булһын!

-2