🙅♂ 💥1) Аҡыл ултырған ысын ир-егет бер ҡасан да ҡатын-ҡыҙҙың битенә бәреп, уны кәмһетерлек, бигерәк тә уның буй-һыны, йөҙ-ҡиәфәтенә ҡағылышлы насар мәғәнәле һүҙҙәр әйтмәйәсәк. 💥2) Аяғында ныҡлы баҫып торған, характеры ултырған ир ҡатынын ҡыҙғанмай. Үҙ-үҙенә ышанмаған кеше башҡаларҙа ла шикләнә. Ҡыҙғаныу - хәләл ефетеңде ихтирам итмәү, уның ышанысһыҙ икәнен дәлилләп маташыу. 💥3) Аҡыллы ир һәр һүҙгә сыпраңламай. Ир ҡатын-ҡыҙҙан һалҡын ҡанлы, көслө рухлы, тыныс һәм сабыр булыуы менән айырылып тора. Бындай ир булған ғаиләлә талаш-тартыш, ғауға кеүек йәмһеҙ күренештәргә урын юҡ. 💥4) Һәр ир-егеттең төп бурысы - ололарҙы, көсһөҙҙәрҙе, ярҙамға мохтаждарҙы ҡурсалау. Тәү сиратта үҙ ата-әсәһенә хөрмәт күрһәтергә тейеш ир кеше. Ата-әсәнең үтенесе ирҙең үҙ ғаиләһенән алдараҡ үтәлә. 💥5) Ауырлыҡтар килеп тыуғанда ҡатын-ҡыҙ итәге аҫтына йәшенмәй ысын ир-ат. Кемделер ғәйепләү, мөнәсәбәт асыҡлау, өҫтәл һуғып ҡысҡырыу урынына тыныс ҡына ҡыйынлыҡтарҙан тиҙерәк ҡотолоу юлын эҙләйәсәк. 💥6
Ирмен тигән ысын ир быларҙың береһен дә бер ҡасан да эшләмәйәсәк
29 декабря 202529 дек 2025
1 мин