Балаларым бала булған саҡты – Гөрләп торған тормош усағын. Өлгөрә алмай өтә баҫҡан мәлде Ҡайтараһы килә ҡайсағын. Тамағы туҡ, әсәй янда булһа Донъя теүәл ине уларға.. Шарт-шорт эшләп ҡушҡан эштәреңде Олағалар ине уйнарға. Ул саҡ балалары башҡа ине... Уйындары ғына ни тора? Тауҙан шыуа, боҙҙа сәкән һуға, Ҡар бәрешеп уйнап пыр туҙа. Аяҡтарҙа туҙмаҫ баҫҡан быйма, Әле күпме бала кейәсәк. Йылы ғына, йомшаҡ ҡына, бына, Ағайымдан ҡалған тийәсәк. Бала тауыштары менән тулған, Боларып та алған өй эсен. Һағындыра шундай өҙөлдөрөп, Шымып ҡалһа иртәң һәм кисең. Ғүмер шулай елеп-елпеп уҙа.. Балаларҙың үҙе донъяһы. Күңел менән генә элеккене Ҡайтараһы килә шул сағын... Ҡайтараһы килә ҡайсағын... • Зәкирова Гөлсөм