Хәйбулла районының Аҡъяр ауылының төньяҡ-көнсығыш биҫтәһенең хоккей майҙансығында «Яңы йыл ғаилә уйындары - 2026» Республика фестиваленең мәктәп этабы үтте. Был спорт байрамында 3-сө полилингваль мәктәбенең беренсе һәм дүртенсе кластарынан биш көслө ғаилә командаһы ҡатнашты. Атай-әсәйҙәр һәм балалар етеҙлек буйынса ярыштарҙа ҡаршылыҡтарҙы еңеп сығып, бер-береһенә ярҙам итеү менән бергә яҡшы кәйеф алып ҡыуанды. Ҡыҙыҡлы һәм көсөргәнешле ярышта Аптиковтарҙың ғаиләһе хаҡлы рәүештә беренсе урынға лайыҡ булды! Икенсе урынды Юлановтар һәм өсөнсө урынды Булатовтар ғаиләләре бүлеште. Ҡатнашыусыларға грамоталар һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Байрамға йәм өҫтәгән етеҙ, әүҙем ғаиләләрҙең барыһына ла ныҡлы һаулыҡ, татыулыҡ һәм ғаилә именлеге теләйбеҙ!