Яңы йыл алдынан Сибай ҡалаһының автотранспорт предприятиеһының автопаркы өр-яңы «Ютонг» маркалы автобусы менән тулыланды. Туристик класлы техника төрөнә ҡараған заманса автобус алыҫ араларға пассажирҙар ташыу өсөн бик тә уңайлы. Ҡеүәтле транспорт республикаға Рәсәй транспорт министрлығы тарафынан «Эффектлы транспорт системаһы» милли проектына ярашлы тормошҡа ашырыла. Заманса пассажир автобусы бөтә хәүефһеҙлек талаптарына яуап бирә. Пассажирҙар урындары уңайлы, климат-контроль, хәбәр итеү, актив һәм пассив хәүефһеҙлек системаһы, һәр урын аҫтында гаджеттарҙы зарядкаға ҡуйыр өсөн USB тоташтырыу ҡоролмалары менән йыһазландырылған. Шулай уҡ яңы автобус ҡалала һәм ҡала ситендә йөрөгән транспорт ағымынан фирмалы стиле буйынса әллә ҡайҙан күренә. -«Башавтотранс» баш предприятиеһының беҙгә даими рәүештә комфортабелле автобустар бүлеүе ҡыуаныслы. Тап «Ютонг» маркалы автобустар хеҙмәтләндергән маршруттар халыҡ араһында ныҡ популяр. Заказ буйынса пассажирҙар ташыу эше беҙҙә ныҡлы йәйелдерелгән. Бы