Баш мөфтөй, Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдиндың тормош иптәше Сания Ғәбдерәүеф ҡыҙы 81-се йәшендә донъя ҡуйған. Фото: Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин / телеграм-канал Был хаҡта Тәлғәт хәҙрәт социаль селтәрҙәге сәхифәһендә яҙған һәм мәрхүмәнең рухына доға ҡылыуҙы һораған. «Һеҙҙән доға ҡылыуығыҙҙы һорайым. Бөгөн, Рәжәб айының өсөнсө көнөндә, тормош иптәшем, балаларыбыҙҙың әсәһе Сания Ғәбдерәүеф ҡыҙы вафат булды. Урыны Ожмахта булһын», — тип яҙған мөфтөй. «Башинформ» мәрхүмәнең туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлаша. https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-23/ushla-iz-zhizni-supruga-verhovnogo-muftiya-rossii-saniya-tadzhuddinova-4518221 Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Рәсәйҙең Баш мөфтөйө Тәлғәт Тажетдиндың хәләл ефете вафат
23 декабря 202523 дек 2025
7
~1 мин