Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Атайсал гәзите

👉 Бармағығыҙҙы ҡырҡып та, ҡул аҫтығыҙҙа уны эшкәртә торған бер нәмә лә булмаһа, ҡанды туҡтатыу өсөн яраға шәкәр ҡомо һалығыҙ

Ҡан яранан ағыуынан туҡтар. 👉 Ремонттан һуң майлы буяҡ (краска) еҫе бөтһөн өсөн бер нисә урынға тәрилкәгә һалып тоҙ ултыртығыҙ. 👉 Автомобиль тәҙрәһе тирләмәһен өсөн дымлы тоҙға уралған марля менән һөртөгөҙ. 👉 Йәшелсә бешкән һыуҙы түгергә ашыҡмағыҙ. Һыуынғас уны гөлгә ҡойоғоҙ. 👉 Плитәгеҙ тутыҡҡан булһа, өҫтөн эҫетелгән үҫемлек майы менән ышҡығыҙ. 👉 Яңы ашъяулыҡ һатып алғас, өҫтөн уксус һәм һөт (1:1) иҙмәһе менән һөртөп алығыҙ. Үҙенән-үҙе ярылып ятмаҫ. 👉 Аш-һыу бүлмәһендә ауыр еҫ торһа, кипкән әфлисун йә лимон ҡабығын яндырығыҙ. 👉 Ванна һәм раковинала барлыҡҡа килгән тутты водород перикисе менән нашатыр спирты иҙмәһе йә тоҙ һалынған эҫе уксус менән ышҡып бөтөрөп була.

👉 Бармағығыҙҙы ҡырҡып та, ҡул аҫтығыҙҙа уны эшкәртә торған бер нәмә лә булмаһа, ҡанды туҡтатыу өсөн яраға шәкәр ҡомо һалығыҙ. Ҡан яранан ағыуынан туҡтар.

👉 Ремонттан һуң майлы буяҡ (краска) еҫе

бөтһөн өсөн бер нисә урынға тәрилкәгә һалып тоҙ ултыртығыҙ.

👉 Автомобиль тәҙрәһе тирләмәһен өсөн дымлы тоҙға уралған марля менән һөртөгөҙ.

👉 Йәшелсә бешкән һыуҙы түгергә ашыҡмағыҙ. Һыуынғас уны гөлгә ҡойоғоҙ.

👉 Плитәгеҙ тутыҡҡан булһа, өҫтөн эҫетелгән үҫемлек майы менән ышҡығыҙ.

👉 Яңы ашъяулыҡ һатып алғас, өҫтөн уксус һәм һөт (1:1) иҙмәһе менән һөртөп алығыҙ. Үҙенән-үҙе ярылып ятмаҫ.

👉 Аш-һыу бүлмәһендә ауыр еҫ торһа,

кипкән әфлисун йә лимон ҡабығын яндырығыҙ.

👉 Ванна һәм раковинала барлыҡҡа килгән тутты водород перикисе менән нашатыр спирты иҙмәһе йә тоҙ һалынған эҫе уксус менән ышҡып бөтөрөп була.