Баймаҡ ҡалаһының «Айыуҡай» балалар баҡсаһында «Ватанды һаҡлаусылар йылы» уңайынан тәрбиәләнеүселәр тантаналы рәүештә «Йәш кадетсылар» сафына алынды.Төркөмдә барыһы 23 тәрбиәләнеүсе—14 малай, 9 ҡыҙ. Балалар баҡсаһы сиктәрендә үткән тематик дәрестәрҙә, фәһемле осрашыуҙарҙа, төрлө байрамдарҙа улар актив ҡатнаша. Баласаҡ—бик ҡыҫҡа ваҡыт аралығында дауам иткән бәхетле осор. Шунлыҡтан беҙ уны наҙ менән һаҡларға һәм ҡурсаларға тейешбеҙ. Беҙгә, тәрбиәселәргә, балаларҙы шәхес булараҡ формалаштырыу, тыуған илебеҙҙең ысын патриоты итеп үҫтереү бурысы ҡуйылған. Ошо йәһәттән Баймаҡ ҡалаһының «Айыуҡай» балалар баҡсаһында бик күп эштәр башҡарыла. Баҡсабыҙҙа «Ватанды һаҡлаусылар йылы» уңайынан тәрбиәләнеүселәр тантаналы рәүештә «Йәш кадетсылар» сафына алынды.Төркөмдә барыһы 23 тәрбиәләнеүсе—14 малай, 9 ҡыҙ. Балалар баҡсаһы сиктәрендә үткән тематик дәрестәрҙә, фәһемле осрашыуҙарҙа, төрлө байрамдарҙа улар актив ҡатнаша. Йәш кадетсылар төркөмөнә алыныу тураһында хәбәр ишеткәс, ата-әсәләр ҡыуанып риза бул