Баймаҡ районы уҡсылары Күмертау ҡалаһында үткән турнирҙан еңеү менән ҡайтты. Күмертауҙа Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләһенә ярҙам итеү йылына арналған турнир үтте. Унда йәйәнән уҡ атыусылар ярышты. Ир-егеттәр араһында Ғәфүр Рахманғолов һәм Тимур Өмөтбаев, ҡатын-ҡыҙҙар араһында Имангөл Бикбирҙина еңеү яуланы.