Ошо көндәрҙә Йылайыр районы Байғужа ауылында Мәхиән һәм Рәйлә Тауылбаевтарҙың бергә иңгә-иң терәп йәшәүҙәренә 50 йыл булды. Шул айҡанлы ауыл мәҙәниәт йортонда "Алтынға тиң ғүмер" исемле алтын туй тантанаһы үткәрелде. Юбилярҙарҙы күркәм байрамдары менән Йылайыр районы хакимиәте башлығы Б.Н.Мелкоедов, Үрге Ғәле ауыл биләмәһе башлығы В.Й.Игебаев, балалары, туғандары, дуҫтары ҡотлап, йылы теләктәрен еткерҙе. Тауылбаевтарға алдағы тормоштары тағы ла матурыраҡ, доньялары теүәл, һаулыҡтары ныҡлы, ғүмерҙәре оҙон, бәхеттәре тулы булыуын теләйбеҙ!