Баймаҡ районы Билал ауыл китапханаһында мәғариф ветераны Кәримов Вил Усман улының иҫтәлегенә арналған шахмат турниры үтте. Шахматсыларҙың барыһы ла интелектуаль ярышта бар күңелен һалып уйнаны, әммә финалға иң лайыҡлылар сыҡты: уҡыусылар араһында беренсе урын Боҫҡонов Ғайсар, икенсе урын Нурғалин Рәфил (5 класс), III урын Әминев Ғәзиз (9 класс) яуланы. Ололар араһында беренсе урын Байраҡаев Ғәҙел (Таһир ауылы), икенсе урын Ямалов Ғәфүр, өсөнсө урын Садыҡов Фәнүр Фәрит улы лайыҡ булды һәм барыһы ла аҡсалата призға, сертификатҡа, миҙалға лайыҡ булды. Ҡотлайбыҙ! Юламанов Әнүәр, Әминев Рафиҡ, Ямалов Хәдит, Кәримов Рәмил ағайҙар ҙа ярыштан ситтә ҡалманы, һәр турҙа сәмләнеп уйнаны. "Шахмат уйыны бөтөн донъяға таралған аҡыл көсө, зирәклек талап иткән сәмле уйындарҙың береһе. Ул уйлау, фекерләү ҡеүәһен арттыра, хәтерҙе яҡшырта", - тиҙәр ярышта ҡатнашыуысы ир-егеттәр. Көсөргәнешле уйынындың судъяһы Баймаҡ ҡалаһынан Башҡортостандың атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре, үҙе лә балаларҙы шахмат һәм шашка