Лаҡаптар уйламағанда-көтмәгәндә, атлап барған ерҙә тыуа. Тышта —18 градус һыуыҡ. Ҡаршыбыҙға егет менән ҡыҙ осраны. Егет башына бейсболка кейгән, ҡыҙ — яланбаш. —Һыумейе, — тигән баһа бирҙе яланбаш ҡыҙға янымда атлаған юлдашым. —Һыумейе түгел, тосол мейе,— тип төҙәтә һалдым уны. —Нишләп улай тиһең?— булды юлдашымдың һорауы. —Тосол бит 18 градус һыуыҡта туңмай,— тигәйнем юлдашым башын тотоп-тотоп алды ла, бәхәскә ҙур нөктә ҡуйҙы: —Эйе бит әле... "Мең дә бер күҙәтеүем" яҙмаларынан 1061-се күҙәтеү Әхмәр Үтәбай