Башҡортостанда күп балалы ғаиләләр һәм инвалид бала тәрбиәләгән граждандар 2026 йылда ер участкалары өсөн аҡсалата компенсация алырға мөмкин. Тейешле ҡарарға 12 декабрҙә республика премьер-министры Андрей Назаров ҡул ҡуйған. Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы / архив Ҡарарҙа билдәләнеүенсә, 2026 йылда 2025 йылдың 31 декабренә тиклем иҫәпкә торған граждандар бер тапҡыр бирелә торған аҡсалата түләү алырға хоҡуҡлы. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, өс һәм унан күберәк бәлиғ булмаған бала, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләр бер тапҡыр һәм бушлай шәхси төҙөлөш өсөн ер участкаһы бирелә йәки аҡсалата компенсация түләнә. Бының өсөн граждандарға муниципалитет хакимиәтенә ғариза менән мөрәжәғәт итергә кәрәк. Өфөлә йәшәгән ғаиләләр шулай уҡ Башҡортостандың Ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министрлығына ғариза яҙырға мөмкин. https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-18/v-bashkirii-mnogodetnye-semi-poluchat-kompensatsiyu-za-uchastok-v-2026-godu-4511906 Автор: Инсаф Хужабиргәнов
Республикала ишле ғаиләләр 2026 йылда ер урынына аҡса алырға хоҡуҡлы
18 декабря 202518 дек 2025
~1 мин