Бөгөн етенсе саҡырылыш республика Дәүләт Йыйылышының 28-се пленар ултырышында депутаттар икенсе һәм өсөнсө уҡыуҙа киләһе өс йылға Башҡортостан бюджетын ҡабул итте. Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Башҡортостандың финанс министры вазифаһын башҡарыусы Светлана Малинская һүҙҙәренсә, беренсе уҡыу менән сағыштырғанда республиканың 2026 йылға бюджетының килем һәм сығым өлөшө 2,1 миллиард һумға артҡан. Был федераль бюджеттан аҡсаны арттырыу (түләүһеҙ керемдәр) һәм нефть продукттарына акциздар буйынса юғарыраҡ прогноз иҫәбенә мөмкин булды. Башҡортостан бюджетының килеме — 316,2 миллиард һум, сығымы 338,7 миллиард һум, дефицит 22,5 миллиард һум кимәлендә планлаштырыла. Светлана Малинская билдәләүенсә, милли иҡтисадҡа, торлаҡ-коммуналь хужалыҡҡа, мәғарифҡа, һаулыҡ һаҡлауға һәм социаль өлкәгә сығымдар арта. 2028 йылға дефицитһыҙ кимәлгә сығыу билдәләнгән. 2027 йылда килем – 334,7 миллиард һум, сығым – 343,7 миллиард һум, дефицит 9 миллиард һум кимәлендә планлаштырыла. 2028 йыл
Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы киләһе өс йылға республика бюджетын ҡабул итте
18 декабря 202518 дек 2025
1 мин