2025-2026 яңы уҡыу йылын башында «Аҡһылыу» балалар баҡсаһында физик мөмкинлектәре сикләнгән һәм телмрҙәре камил булмаған балалар өсөн «Һүҙ гармонияһы» тип аталған телмәр үҫтереү үҙәге асылды. Өс ай дауамында үҙәк Президент гранты проектын тормошҡа ашырыу буйынса уңышлы эш алып бара. Үҙәк асылғандан алып телмәрҙәрендә тайпылыш булған балалар ваҡытында коррекцион-үҫеш һәм комплекслы ярҙам ала. «Аҡһылыу» балалар баҡсаһы логопед-дефектологтары--Зөлфиә Шәфҡәт ҡыҙы Ҡәйепҡолова, Розалия Сәғит ҡыҙы Илбулова, Гөлназ Әмир ҡыҙы Мәхмүтова ҡыҙҙар-малайҙар менән етди шөғөлләнеп, телдәрен аса. Телмәрендә тотҡарлыҡтар булған балаларҙың ата-әсәләре иһә логопедия өлкәһендә белемдәрен практикала арттыра һәм ғаиләлә эмоциональ-психологик климатты яҡшыртырға мөмкинлеге ала. Проект сиктәрендә коррекцион-үҫеш эшенең практик тәжрибәһен йомғаҡлап, грант аҡсаһына ошо көдәрҙә үҙәккә интерактив ҡорамалдар: «Мерсибо» логопедик флеш-карталар, ноутбук, аҡыллы логопедик көҙгө һәм «Тирмәкәй» интерактив комплексы ҡайта