Найти в Дзене

Яңы үрҙәр яуларға булышлыҡ итте

Мәскәү тарафында вахта буйынса эшләгән ағайым ваҡытлыса булһа ла эшкә урынлашырға тәҡдим иткәс, киттем баш ҡалаға. Аэропорттан сығып метро тигәндәренә ултырғас, башым әйләнеп китте. Ул кешенең күплеге! Һәр кем үҙ телендә аралаша, кейемдәре, йөҙҙәре лә төрлө ҡитға вәкилдәре икәнлеген һөйләй. Әммә мине меңәрләгән кеше араһында  бер нисә ултырғыс алда ултырған 50-60 йәштәге парҙың башҡортса һөйләшеүе йәлеп итте. Баҡтиһәң, сит ерҙә беҙҙең төпкөл аңыбыҙ тап үҙебеҙҙең башҡортса һөйләште эҙләй, ана шул тауышты табыу һәләтенә эйә икән!  Ә улар ашыҡмай, тыныс ҡына бөгөнгө көнгә маҡсаттарын билдәләй. - Дубайҙа үтәсәк осрашыуға барасаҡ  егет сирләп китте, хәҙер ни эшләргә инде, - тип борсолоуын белдерҙе ир. - Рәсми ҡағыҙҙарҙы тултырыу өсөн башҡортса белгән хеҙмәткәр кәрәк буласаҡ. Ике көндән юлға сығырға, хәҙер ҡайҙан кеше табырбыҙ? Поездың тәгәрмәс тауышын баҫырға теләгәндәй, тағы ла ҡысҡырыбыраҡ һөйләшкән пассажирҙарҙы йырып-йыртып, милләттәштәрем янына яҡынлаштым. Бөтә көсөмдө, ҡыйыулығымды

Ике йыл элек Мәскәү урамында башҡортса һөйләшеп китеп барған егетте күрҙем дә, туғаным һымаҡ ҡосаҡлап алдым. Ҡыҫҡа ваҡытҡа ғына килһәм дә, туған телем шундай һағындырған икән. Әңгәмәләшеп киттек. -Мин Өфөнән. Башҡорт. Башҡортса яҡшы белеүем менән ҙур уңыштарға өлгәштем, - тип башланы ул. -Ҡулымда юғары белем тураһында диплом, әммә ҡайҙа барһам да стаж һорайҙар. Ҡала буйлап әле бер, әле икенсе офис ишеген туҡылдатып бер үк яуап ишеткәндән һуң кәйеф төштө. Дуҫтарым  эш урыны тапты, мин генә бер булдыҡһыҙ һымаҡ  ҡала гиҙәм.

Мәскәү тарафында вахта буйынса эшләгән ағайым ваҡытлыса булһа ла эшкә урынлашырға тәҡдим иткәс, киттем баш ҡалаға. Аэропорттан сығып метро тигәндәренә ултырғас, башым әйләнеп китте. Ул кешенең күплеге! Һәр кем үҙ телендә аралаша, кейемдәре, йөҙҙәре лә төрлө ҡитға вәкилдәре икәнлеген һөйләй. Әммә мине меңәрләгән кеше араһында  бер нисә ултырғыс алда ултырған 50-60 йәштәге парҙың башҡортса һөйләшеүе йәлеп итте. Баҡтиһәң, сит ерҙә беҙҙең төпкөл аңыбыҙ тап үҙебеҙҙең башҡортса һөйләште эҙләй, ана шул тауышты табыу һәләтенә эйә икән!  Ә улар ашыҡмай, тыныс ҡына бөгөнгө көнгә маҡсаттарын билдәләй.

- Дубайҙа үтәсәк осрашыуға барасаҡ  егет сирләп китте, хәҙер ни эшләргә инде, - тип борсолоуын белдерҙе ир. - Рәсми ҡағыҙҙарҙы тултырыу өсөн башҡортса белгән хеҙмәткәр кәрәк буласаҡ. Ике көндән юлға сығырға, хәҙер ҡайҙан кеше табырбыҙ?

Поездың тәгәрмәс тауышын баҫырға теләгәндәй, тағы ла ҡысҡырыбыраҡ һөйләшкән пассажирҙарҙы йырып-йыртып, милләттәштәрем янына яҡынлаштым.

Бөтә көсөмдө, ҡыйыулығымды йыйып, ниндәйҙер көскә эйәреп, таныш түгел яҡташтарҙың алдына барып баҫтым. Бөгөн  ошо ҡыйыулығым өсөн үҙемә ныҡ рәхмәтлемен.

  • Мин әле генә самолеттан төштөм, Өфөнәнмен. Юғары белемлемен, башҡортса яҡшы беләм. Һеҙҙең хәбәрегеҙҙе ишеттем. Ярҙам итә алһам шат булыр инем, - тип бер тынала хәбәремде һөйләп бөттөм дә, ҡапыл тынып ҡалдым. Вагон тәгәрмәстәре туҡылдауынан нығыраҡ һуҡҡан йөрәк тауышымды бөтәһе лә ишетер һымаҡ ине был мәлдә.
  • Һаумы яҡташ! Былар аптырашып бер-береһенә, шунан миңә төбәлде.-Ҡайһылай ҡыҙыҡ, тип көлөмһөрәне сал сәсле мөләйем ағай. Беҙҙең һөйләшеүҙе нисек ишеттең, шулай ҡысҡырып аралашабыҙмы ни?
  • Юҡ, үҙем дә аңлата алмайым. Бына ошондай меңәрләгән телдә яңғыраған тауыш араһында тап һеҙҙең башҡортса һөйләшеүегеҙҙе  ишеттем,- тим аҡланғандай.

Илдус ағай ике тиҫтә йылдан ашыу Мәскәүҙә йәшәй икән. Төштән һуң мин Фәриҙә апай һәм Илдус ағайға эйәреп офисҡа киттем. Инеү менән стеналарҙы биҙәгән картина, радионан ағылған башҡортса көйҙәрен ишетеп хайран ҡалдым һәм үҙемде Башҡортостандағылай хис иттем.

Ошо уҡ бинала студиянан йәшәр урын бирҙеләр һәм компьютерҙа эшкә тотондом. Ике-өс сәғәттән һуң  Илдус ағай аңлатҡан талап буйынса этикетка өлгөләре әҙер ине. Һүрәттәрҙең оҡшағандары һайланғас, башҡортса мәғлүмәт яҙҙым. Бында минең башҡорт телен яҡшы белеүем, мәктәптә генә түгел, институтта ла уны тәрән өйрәнеүем ярҙам итте. Бер нисә көндән сит илгә эшлекле командировкаға остоҡ. Ситтә милләткә булған ихтирамы хайран итте. Милли батырҙарыбыҙ, тәбиғәтебеҙ, яҙыусыларыбыҙ тураһында ла беләләр. Араларында  Мостай Кәрим, Рәми Ғәриповтың шиғырҙарын яттан һөйләгәндәренең күп булыуы хайран итте. Ситтә телемде өйрәнәләр, беләләр, ә үҙебеҙҙә күптәрҙең уны белмәүе – бер кемгә лә сер түгел.

Минең һөйләгәнем уйҙырма һымаҡтыр, бәлки. Әммә туған телемде белеүем һәм милләтемә хас саялығым миңә яңы үрҙәр яуларға булышлыҡ итте”.

Ышанам, яҡташ.