Найти в Дзене
Ленара Иванова ушла с поста министра семьи и труда Башкирии На этом посту она проработала 15 лет и 100 дней. На оперативном совещании в Центре управления республикой Радий Хабиров поблагодарил ее за долгую службу и вручил ей орден Салавата Юлаева. В ответ Ленара Иванова пожелала всем своим коллегам здоровья и успехов. Свою карьеру она продолжит в Государственном собрании - Курултае Башкирии, а министерство возглавит Ольга Кабанова.
1 месяц назад
Мама из Башкортостана поделилась своими «золотыми правилами»
История многодетной мамы из Малояза: о дисциплине, любви и «подарках судьбы» в статье  «Башинформа» Жизнь в селе Малояз течет спокойно, но для нашей героини Ирины Самариной она всегда была насыщенной событиями: и на работе, и дома. После долгих лет службы в правоохранительных органах...
1 месяц назад
"Атаҡайым..." Йөрәкте алдап булмай... Күңелде асып һалып “Атаҡайым!” Ул йүгереп килеп ҡапыл муйыныма аҫылынды. Көтөлмәгәнлектән текәлеп ултырған телефоным ергә төшөп китте. - Атай, ҡасан ҡайттың, ни эшләп алдан белгертмәнең? Хәҙер әсәй килеп етә. Мине ҡаршыларға килдеңме? Төркөмдәге малайҙар һине үлгән тинеләр, ә мин ышанманым. Һинең ҡайтырыңды белдем, атай! kungak.ru/...526
1 месяц назад
Шоколадное пирожное едва не привело к гибели ребенка в Уфе Маленький уфимец, пока никого не было дома, съел сладкое пирожное. Он сразу покрылся красной сыпью и начал задыхаться от отёка Квинке. Ребенок успел дозвониться маме, та вызвала «скорую» и поспешила домой. К моменту госпитализации у мальчика начало синеть лицо. Врачи срочно подключили его к кислороду и поместили в реанимацию. подробнее: kungak.ru/...628
3 месяца назад
Яңы үрҙәр яуларға булышлыҡ итте
Мәскәү тарафында вахта буйынса эшләгән ағайым ваҡытлыса булһа ла эшкә урынлашырға тәҡдим иткәс, киттем баш ҡалаға. Аэропорттан сығып метро тигәндәренә ултырғас, башым әйләнеп китте. Ул кешенең күплеге! Һәр кем үҙ телендә аралаша, кейемдәре, йөҙҙәре лә төрлө ҡитға вәкилдәре икәнлеген һөйләй. Әммә мине меңәрләгән кеше араһында  бер нисә ултырғыс алда ултырған 50-60 йәштәге парҙың башҡортса һөйләшеүе йәлеп итте. Баҡтиһәң, сит ерҙә беҙҙең төпкөл аңыбыҙ тап үҙебеҙҙең башҡортса һөйләште эҙләй, ана шул тауышты табыу һәләтенә эйә икән!  Ә улар ашыҡмай, тыныс ҡына бөгөнгө көнгә маҡсаттарын билдәләй...
3 месяца назад
Донъя утта яндырып, һалҡында туңдырып сыныҡтырҙы
Бала сағы Ҡотош ауылында күп балалы ғаиләлә, дини белемгә эйә яҡындары  янында үтә. “Беҙҙе иркәләп үҫтермәнеләр, бәләкәйҙән эшләп өйрәндек. Көйәнтәләп һыу ташый, йылға буйына төшөп кер йыуа, усаҡ яғып ашарға әҙерләй инек. Ул заманда йәй эҫе, ҡышы сатнама һалҡын, ҡар-буранға бай, ә күңелдәребеҙ изгелеккә тулы булды. Һәр йортта унлап бала тәрбиәләнде. Ололар эшләне, беҙҙе дауалап, ауырый тип ҡосаҡлап ултырыусы булманы. Яҙғыһын ҡар  һыуы аға башлау менән ҡымыҙлыҡ, һарына, ҡаҡы йыйырға яланға сығыр инек...
3 месяца назад
Пар һуҡмаҡтан - алтын туйға
Алтын туй - ғаилә тормошонда иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе. 50 йыл бергә ғүмер иткәндәрҙең  төп юлдашы  мөхәббәт, ихтирам, ышаныс һәм бер-береңә тоғролоҡ.  Ошо хәҡиҡәткә Яңауыл ауылында йәшәгән Әминә һәм Тимербулат Ғиззәтуллиндар менән аралашҡандан һуң тағы бер ҡат инандым. Тормош һынауҙарына бирешмәгән был парҙың татыулыҡ  сере тураһында бүлешеүҙәрен һораным. “Тормош юлынан һәр кем үҙенсә үтә, бында әҙер һуҡмаҡ юҡ. Бер-береңә тоғролоҡ шарт. Икенсенән, яҡшы уйҙа булыу, йылмайып бағыу, ихтирам, ике яҡлап та туғандарҙы  хөрмәт итеү ҙә мөһим...
3 месяца назад
9 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан журналистар союзы съезы үтә. Унда берлек ағзаһы булған 300 самаһы делегат ҡатнаша. Һөнәр үҫешенә тос өлөш индергән журналистарға наградалар тапшырыу ҡарала.
3 месяца назад
“Көттөрөп тә ҡайта алмаһам, кисер, әсәй”
Миңзәлә Шаһманова Яңауыл ауылында ябай колхозсылар Мәрзиә һәм Зиннур  Ғиззәтуллиндар ғаиләһендә донъяға килгән. Бала саҡтан ауыл фермаһында әсәһенә мал тәрбиәләшеп, хеҙмәт тәрбиәһе ала. Мәктәптән һуң  төрлө урында эшләй. 1981 йылда Радик Шаһманов менән ғаилә ҡороп, Рөстәм улдарына ғүмер бирәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тормоштары килеп сыҡмай, сабыйҙарына йәш тулмай, ғаилә тарҡала. Миңзәлә ауырлыҡтарға бирешмәй, ошо мәлдә үҙендә яңынан йәшәргә, тормош башларға көс таба. Шәрип ауылы егете  Рифат менән ғаилә ҡороп, икенсе никахтан бөгөн ныҡлы терәге, кәңәшсеһе булған Рәзилә ҡыҙы донъяға килә...
3 месяца назад
Хәҙер ойошмаларҙың яңылыҡтарын милли мессенджерҙа ҡарарға мөмкин Илдә милли мессенджер МАХ барлыҡҡа килеүе - дәүләт пабликтары инфраструктураһын үҫтереү өсөн сираттағы аҙым. 2025 йылдың авгусынан дәүләт органдары һәм ойошмалары, шулай уҡ субъект башлыҡтары МАХ-та үҙ каналдарын булдыра башланы. “Төбәк диалогы” АНО-һы мәғлүмәттәре буйынса, әлеге ваҡытта мессенджерҙа бөтә 89 төбәк хөкүмәте башлыҡтары, 4 меңдән ашыу башҡарма власть һәм урындағы үҙидара органдары каналдары теркәлгән. Мәктәптәр һәм балалар баҡсалары, мәҙәниәт учреждениелары, дауаханалар, йәштәр ойошмалары дәүләт каналдарын булдырыуҙың әүҙем фазаһында. Башҡортостанда MAX-та дәүләт ойошмаларының һәм ведомстволарының 900-ҙән ашыу бите теркәлгән. "Көнгәк"тәр ҙә МАХта hmax.ru/...ver
3 месяца назад
Ошо көндәрҙә Өфөлә барған «Халыҡ-ара бизнес аҙналығы» сиктәрендә «Йыл һалым түләүсеһе» конкурсы еңеүселәре бүләкләнде «Ашҡаҙар» ауыл хужалығы предприятиеһы, «Салауат исемендәге колхоз» ауыл хужалығы етештереү кооперативы һәм «Забота» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте үҙ номинацияларында 1-се дәрәжә диплом алды. Етәкселәрҙе һәм коллективтарҙы ҡотлайбыҙ!
3 месяца назад
Зөлфиә Ханнанованың ижадын белмәгәндәр һирәктер. Бөгөн авторҙың ошо шиғырын тәҡдим итәбеҙ. Уҡып ҡына сығығыҙ әле. Туғандар араһындағы мөнәсәбәткә ҡағыла ул. Кемегеҙгә нимә ҡалдырырға... Алдарымда ята аҡ ҡағыҙ: Һеҙ үҙ-ара мөлкәт бүлешкәндә Бер-берегеҙҙе, зинһар, ҡаҡмағыҙ! Ни үкенес, әгәр ҡыҙыҡһағыҙ Мал-мөлкәткә, затлы әйберҙәргә, Өйрәнегеҙ, йәндәй туған күреп, Бер-берегеҙҙе тәүҙә ҡәҙерләргә. Һаулығығыҙ булһын, аҡсаға ни Һатып алып була йөҙ юрған, Тик булмаһын һөмһөҙ әҙәмдәр, тип, Һеҙҙең тарафтарҙан йөҙ борған! Иманығыҙ булһын. Иманһыҙлыҡ – Ул ҡыуаныс түгел, ҙур ғәрлек! Изге эштәр күберәк башҡарығыҙ, Бәндәселек менән ҡайсаҡ ҡылған Бар гөнаһтар өсөн түләрлек. Балаларым! Китеп барһам әгәр, Кәфендәргә мине төрөгөҙ, Риза булһын һеҙҙән Хаҡ Тәғәлә, Тыуып ҡына үҫкән ерегеҙ. Риза булһын халҡым! Ейәндәрем Туған телдең бәҫен һаҡлаһын! …Бер көн килеп әгәр Әжәл ҡаҡһа Мин йәшәгән йорттоң ҡапҡаһын, Илашмағыҙ. Үкенерлек булмаҫ, Әйткәнемде теүәл тотһағыҙ! Кемегеҙгә нимә ҡалдырырға? Алдарымда ята аҡ ҡағыҙ…
3 месяца назад