👶❤ Өфөләге республика перинаталь үҙәгендә йылдың 10 меңенсе сабыйы тыуған. 3650 грамм ауырлыҡтағы 54 сантиметрлыҡ ҡыҙ бала 16 декабрь 23.30 сәғәттә Батыр урамы, 41 адресындағы бала табыу йортонда донъяға ауаз һалған. Бәпес Хәйбулла районының Маҡан ауылынан Альбина һәм Ансар Ҡарабаевтарҙың көтөп алған беренсе сабыйы. Йәш ғаиләне ҡотлайбыҙ һәм бәхет теләйбеҙ!
Өфөләге республика перинаталь үҙәгендә йылдың 10 меңенсе сабыйы тыуған
17 декабря 202517 дек 2025
~1 мин