Баймаҡ районы Ишбирҙе ауылында тыуып, Сәйғәфәр ауылында буй еткергән Айтуғанды бала сағында «Тимер малай» тип йөрөткәндәр. Был ҡушамат уға бәләкәйҙән техника янында уралған, 3-сө кластан ғына трактор йөрөткән өсөн бирелгән. Үҫә килә был исеме онотолған, ә техникаға һөйөүе һүрелмәгән. Айтуған Ринат улы Юнысов сос, тилбер булып буй еткерә. Үгәй атаһы бар эшкә өйрәтә. Хатта тракторға ултырғанда аяҡтары педалгә лә етмәй уның.
—Совхоз гаражынан сығышманым, ниндәй генә тракторҙы йөрөтмәнем,— тип иҫкә ала бала сағын Айтуған.
Ауыл мәктәбендә 9-сы класты тамамлағас, Юлдыбайҙағы 80-се һөнәрселек лицейына бара һәм электрик, водитель һөнәрҙәрен үҙләштерә. Шунда үҙенең һөйгән йәре Нәркәсте осрата. Йылайыр районы Һултантимер ауылы ҡыҙы ашнаҡсыға уҡып йөрөгән була.
Йәштәр 2013 йылда өйләнешә. Әле улар Баймаҡ ҡалаһында йәшәй, йорт һалып сыҡҡандар. Нурлы өйҙәрен шау-шыуға һәм бәхеткә күмеп 5 бала үҫеп килә. Юлиә, Гөлиә, Айгиз мәктәп уҡыусыһы булһа, Айназ балалар баҡсаһына йөрөй. Ислам иһә быйыл ғына ты