Башҡортостан Республикаһы Йортонда Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһын тапшырыу буйынса комиссия ултырышы үтте, унда премия лауреаттарының исемдәре билдәле булды. Конкурс комиссияһы 2023 һәм 2024 йылдарҙа баҫылған эштәрҙе баһаланы, тип хәбәр итә «Республика Башкортостан» гәзите БР Йәштәр сәйәсәте министрлығының матбуғат хеҙмәтенә һылтанма менән. Йәшерен тауыш биреү юлы менән комиссия юғары танылыу яулаған өс еңеүсене билдәләне: Тайыпов Дамир Рәфис улы - «Вокаль сәнғәт өлкәһендә юғары профессиональ ҡаҙаныштар һәм башҡорт музыкаһын пропагандалау өсөн»; Мусина Заһиҙә Хәкимйән ҡыҙы һәм Урманшина Рәзинә Ғилман ҡыҙы - «Кемел Тоҡаевтың «Серле эҙ» («Таинственный след») китабын художестволы тәржемә итеү һәм заманса милли проза үҫешенә өлөш индергән өсөн»; Аралбаев Хәбир Фәттәх улы - «Өс туған» хореографик картинаһында солист булараҡ башҡорт халыҡ-сәхнә бейеүе өлкәһендә эшләгән һәм Башҡортостан Республикаһының мәҙәни мираҫы булараҡ башҡорт хореография сәнғәтен танытҡан
Башҡортостанда Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр премияһы лауреаттары билдәләнде
16 декабря 202516 дек 2025
1 мин