Декабрь -- шыршы баҙары миҙгеле. Россельхознадзорҙың Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы иҫкә төшөрә: байрам шыршылары, башҡа үҫемлектәр кеүек үк, юғары фитосанитар хәүефле продукция булып тора. Кешегә хәүеф менән янамаһа ла, урман ҡоротҡостарын ташыусы булараҡ, ылыҫлы ағастарға зыян килтерергә мөмкин. Мәҫәлән, легаль булмаған баҙарҙарҙа һатып алынған шыршыларҙан ҡоротҡостар урмандарыбыҙҙың, ҡала парктарының йәки йорт яны участкаларының сәләмәт ылыҫлы ағастарына күсеүе ихтимал. Шуға күрә ылыҫлы ағастарҙы ташығанда ҡануниәт талаптарын үтәргә кәрәк. Шыршы баҙарҙарында ағас һайлауҙа хаталар булмаһын өсөн, белгестәр түбәндәгеләрҙе кәңәш итә. Тәү сиратта энәләренә иғтибар итергә кәрәк. Улар бер аҙ майлы, сағыу йәшел төҫтә булырға тейеш. Уларға тейгәндә ҡулда бер аҙ дым ҡалырға һәм ылыҫтың хуш еҫе сығырға тейеш. Әгәр еҫ юҡ икән, энәләр ҡоро булһа, тимәк, шыршы туңған һәм уны һатып алырға ярамай. Ул оҙаҡ тормаясаҡ. Шулай уҡ ағасты олононоң уртаһынан тотоп ергә һуғып ҡарарға мөмкин. Яң