Ҡарағат, сейә ботаҡтарынан сәй эскәнегеҙ бармы? Бик ныҡ тәмле, етмәһә, файҙалы ла. Бының өсөн нәҙек кенә ботаҡтарҙы йыйырға кәрәк. Сейә ботағынан яһалған сәй стресты бөтөрә, тынысландыра, һалҡын тейгәндән һәм йүткереүҙән дә ярҙам итә. Юғары ҡан баҫымынан, баш ауыртыуынан, анемиянан, хәтер насарайыуҙан, эс ауыртҡандан да файҙаһы бар. Тик ботаҡтарҙы күп һалып, ҡаты итеп төнәтергә ҡушылмай, әсе буласаҡ. Ҡара ҡарағат ботағынан да сәй тәмле килеп сыға. Япрағы кеүек хуш еҫ бөркә. Ҡарағат ботағы сәйендә С, РР, В9 витаминдары, марганец, цинк, тимер, молибден һәм башҡа файҙалы матдәләр бар. Ошондай бай химик составы арҡаһында ул ҡан тамырҙарын таҙарта, матдәләр алмашыныуын яҡшырта, организмдың һаҡланыу көсөн арттыра. Тын юлдары ауырыуҙары, диарея, аҙ ҡанлылыҡ, нервылар хәлһеҙләнеүе, цистит, баш ауыртыуы һәм бөйөр ауырыуҙары ваҡытында ярҙам итә. Ә ҡыҙыл ҡарағат ботағынан сәй ревматизмдан бик һәйбәт.