11 декабрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына 30 йыл тулыу айҡанлы башҡорт шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Шәйехзада Бабич һәйкәленә сәскәләр һалды. Фото: Олег Яровиков / «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы Һәйкәл 2019 йылдың июнендә асылды. Уның авторы – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим һәйкәле өҫтөндә эшләгән скульптор, Рәсәйҙең халыҡ рәссамы Андрей Ковальчук. Монументтың бейеклеге – 6 метрға яҡын. Һәйкәл бронзанан ҡойолған. Бабич һул ҡулына шиғырҙар йыйынтығын тотҡан, ә уң ҡулын өҫкә күтәреп тора. Шәйехзада Бабич (1895-1919) – башҡорт милли әҙәбиәте классигы. Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтендә ҡатнашыусы, Башҡорт хөкүмәте ағзаларының береһе (1917-1919). Шәйехзада Бабичтың үҙе иҫән саҡта берҙән-бер «Зәңгәр йырҙар. Йәш Башҡортостан» тигән шиғырҙар йыйынтығы 1918 йылда Ырымбурҙа донъя күрә. https://www.bashinform.ru/news/social/2025-12-11/radiy-habirov-vozlozhil-tsvety-k-pamyatniku-babichu-v-chest-30-letiya-vkb-4502788 Фото: Олег Яровиков / «Баш
Радий Хәбиров Бабич һәйкәленә сәскәләр һалды
12 декабря 202512 дек 2025
~1 мин