Алтын туй - ғаилә тормошонда иң мөһим ваҡиғаларҙың береһе. 50 йыл бергә ғүмер иткәндәрҙең төп юлдашы мөхәббәт, ихтирам, ышаныс һәм бер-береңә тоғролоҡ. Ошо хәҡиҡәткә Яңауыл ауылында йәшәгән Әминә һәм Тимербулат Ғиззәтуллиндар менән аралашҡандан һуң тағы бер ҡат инандым. Тормош һынауҙарына бирешмәгән был парҙың татыулыҡ сере тураһында бүлешеүҙәрен һораным. “Тормош юлынан һәр кем үҙенсә үтә, бында әҙер һуҡмаҡ юҡ. Бер-береңә тоғролоҡ шарт. Икенсенән, яҡшы уйҙа булыу, йылмайып бағыу, ихтирам, ике яҡлап та туғандарҙы хөрмәт итеү ҙә мөһим. Донъябыҙҙы бөртөкләп, үҙ көсөбөҙ менән тупланыҡ. Шуға ла унда йәшәлгән һәр көн матур хәтирәләре менән күңелде йылыта “, - тине алтын туйҙарын билдәләүсе Әминә һәм Тимербулат Ғиззәтуллиндар. Ярты быуат элек яралған мөхәббәт тарихы бына шулай иҫтәлекле лә, ҡыҙыҡлы ла, һоҡландырғыс та. Бик һирәктәргә генә эләгәлер бындай бәхет. 50 йыл Аллаһы Тәғәлә тарафынан бүләк ителгән мөхәббәттәренә тоғро ҡалған бәхетле пар шундайҙарҙың береһе. Ауылдың өлгөлө ғаи
Пар һуҡмаҡтан - алтын туйға
11 декабря 202511 дек 2025
2
3 мин