Баҡыйлыҡтағы атай-әсәйгә биш төрлө изгелек ҡылырға була. Әллә күҙ тейҙеме, сихыр ғәләмәтеме тип, муллаға киткән. – Әсәй яңғыҙ ҡалды, янына һирәк ҡайттыҡ, шуға арып китеүен дә һиҙмәгәнбеҙ. Хәҙер бер ниндәй ҙә дауа ярҙам итмәй, – тигән ҡатын. – Әсәйеңде өйөңә алып ҡайт та эргәһендә булырға тырыш, ваҡытығыҙҙы бергә үткәрегеҙ, – тип яуаплаған дин әһеле. Ҡатын шулай эшләгән. Күпмелер ваҡыт уҙғас, әсәһе һауыҡҡан. Был шифаның серен белергә теләп, ҡатын ҡабат мәсеткә барған. – Әсәйемдә ниндәй ауырыу булды икән? Һеҙ ҡушҡанса эшләгәс, ул ысынлап терелде, – тигән муллаға. – Ул балалары хәлен белешмәгәнгә,борсолоп, ауырыуға һабышҡан. Ә был сирҙе яҡын кешеләрҙең мөхәббәте, йәнәшәһендә тороу, әсәйгәк булыу ғына дауалай ала, – тип аңлатҡан уныһы. Эйе, шулай йыш ҡына донъя мәшәҡәттәренә һылтанып, тормош ығы-зығыһынан бушамай яҡындарҙың хәлен белешеп шылтыратырға, тыуған йортҡа ҡайтырға әмәл тапмайбыҙ. Ә әсә тәҙрәнән күҙен алмай балаһын көтә. Әсә күңеле – балала, баланыҡы –- далала... Әсәһенә игелек к
Баҡыйлыҡтағы атай-әсәйгә биш төрлө изгелек ҡылырға була
10 декабря 202510 дек 2025
1 мин