Ауыл биләмәһе халҡы аҡса йыйып трактор алған. Баймаҡ районы Таулыҡай ауылы биләмәһе башлығы Ҡәйүм Рәжәп улы Уразбаев һөйөнөслө яңылыҡ хәбәр итә: --Беҙ булдырҙыҡ! Нийаһәт, көткән көн килде!!!
2025 йыл башында үткән сходта Таулыҡай ауыл биләмәһе халҡы ППМИ программаһында ҡатнашып, трактор алырға тип ҡарар ҡабул иткәйне, тиҙ арала документтар эшләп тапшырылды.
Республика хөкүмәте тарафынан беҙҙең проект хупланғас, биләмә халҡы аҡса йыйыу эшенә тотондо һәм ике ай эсендә 700 000 һум аҡса йыйылды.
-Таулыҡай ауылы халҡы - 321 000
-Сыңғыҙ ауылы халҡы - 230 000
-Буранбай ауылы халҡы - 149 000 һум аҡса йыйҙы.
Барығыҙға ла именлек һаулыҡ, ғаилә бәхете, эштәрегеҙҙә уңыштар теләйем!
Айырыуса "Ленин" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Әлибаев Наил Бүләк улына (100 000 һум), Заманов Илнур Рәжәп улына (10 000), Рәжәпов Булат Рәжәп улына (10 000), Уразбаев Нияз Рәжәп улына (10 000), Усманова Венера Фирғәт ҡыҙына (5 000), Аҡбулатова Вера Валерьевнаға (5 000), аҡса йыйыуҙы ойошторған Таулыҡай ауы