📌 Хәтер һәм рух байрамы: Илдус Ҡасим улы Бүләков исемендәге әҙәбиәт кабинеты асылды! | 5 декабрь Сибай институтында мәғариф өлкәһендәге билдәле шәхес, күренекле ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Илдус Ҡасим улы Бүләков исемендәге әҙәбиәт кабинетын асыу тантанаһы булды. Был кабинет уның яҡты иҫтәлегенә, фиҙакәр хеҙмәтенә һәм күп быуындар өсөн өлгө булып торған тормош юлына арналған. 📚Кабинетты асыуҙың традицион таҫмаһын киҫеү хоҡуғы Сибай институты директоры, педагогика фәндәре кандидаты, доцент Илдар Сәлихйән улы Хәмитовҡа һәм ғалимдың тормош иптәше, филология фәндәре кандидаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәғариф хеҙмәткәре Ғәҙилә Мөҙәрис ҡыҙы Бүләковаға бирелде. | Илдус Ҡасим улы Бүләков – тормошон фәнгә, мәғарифҡа һәм туған телде үҫтереүгә бағышлаған абруйлы шәхес. Ул үҙенең фиҙакәр хеҙмәте, тәрән белеме һәм кешелеклелеге менән күптәр өсөн үрнәк булып торҙо. Уның хеҙмәттәре һәм ҡаҙаныштары беҙҙең институт һәм республика тарихында мәңгелек эҙ ҡалдырҙы. Илдус Ҡасим улы – ысы
📌 Хәтер һәм рух байрамы: Илдус Ҡасим улы Бүләков исемендәге әҙәбиәт кабинеты асылды
7 декабря 20257 дек 2025
3
1 мин