Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙы эшкә алыу өсөн квоталар билдәләнә Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы депутаттары республикала МХО-ла ҡатнашыусыларҙы эшкә алыу өсөн квоталар билдәләргә ниәтләй. Башҡортостан парламентының йәмәғәт именлеге, хоҡуҡ тәртибе һәм суд мәсьәләләре комитеты «Башҡортостанда махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы эшкә алыу өсөн квота билдәләү тураһында» закон проектын хупланы. Закон проекты МХО биләмәһенән ҡайтҡан хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе эшкә урынлаштырыуға булышлыҡ итеүгә йүнәлтелгән. Республика Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачев һүҙҙәренсә, 100-ҙән ашыу хеҙмәткәре булған эш биреүселәр МХО-ла ҡатнашыусыларҙы мотлаҡ эшкә алһын өсөн квота билдәләнә. Квота коллективтың уртаса исемлек һанынан 1% тәшкил итә. Эш биреүсе хәрби хеҙмәткәрҙәрҙе туранан-тура, шулай уҡ мәшғүллек хеҙмәте органдары йүнәлтмәһе буйынса эшкә ҡабул итә ала. Парламент спикеры фекеренсә, Ватанды һаҡлаусылар өсөн эш урындарына квота бүлеү — социаль ғәҙеллек мәсьәләһе генә түгел, ә ветеран
Башҡортостанда МХО-ла ҡатнашыусыларҙы эшкә алыу өсөн квоталар билдәләнә
6 декабря 20256 дек 2025
1 мин