3 декабрҙә яратҡан апайыбыҙ Ғәниева Әминә Бәрүәз ҡыҙына 60 йәш тулды. Ул Малаяҙ ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары Бәрүәз Талип улы һәм Зөбәйҙә Фазлый ҡыҙы Хәйровтарҙың ҙур татыу ғаиләһендә тыуған. Мәктәптә үк уның лидерлыҡ сифаттары һәм белемгә ынтылышы асыла. Кооператив техникумын, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлай. Уның бөтә ғүмере тыуған районы менән тығыҙ бәйләнгән. Хеҙмәт эшмәкәрлеге бик киң. Һалым инспекторы, район башлығы урынбаҫары булды. Республиканың Милли архивынан хаҡлы ялға сыҡты, унда директор урынбаҫары вазифаһында эшләне. Әминә Бәрүәз ҡыҙының шәхси сифаттары – ныҡышмалылыҡ, ярҙамсыллыҡ, ғәҙеллек, эш һөйөүсәнлек, оптимизм. Был сифаттары район халҡы араһында абруй ҡаҙанырға ярҙам итте. Уның тормош кредоһы – үҙ фекереңде намыҫлы яҡлай белергә, бөгөлмәҫкә, үҙең өсөн файҙа эҙләмәҫкә, эшеңде намыҫлы башҡарырға. Быға дәлил – бик күп грамоталар. Шул иҫәптән республика Башлығы ҡулынан алынған Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоро
Йөрәгендә туғандарына һәм яҡындарына һөйөү йәшәй
5 декабря 20255 дек 2025
2 мин