Рәсәй-Үзбәкстан ведомство-ара хөкүмәт комиссияһы ултырышында Үзбәкстан һәм Башҡортостан төбәктәре араһында хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһына ҡул ҡуйылды. Был турала Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр. Фото: матбуғат хеҙмәте / Башҡортостан Республикаһы Башлығы хакимиәте Бөгөн Ташкентта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Үзбәкстан менән Рәсәй араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек буйынса хөкүмәт-ара комиссияның 26-сы ултырышында ҡатнашты. Уны Рәсәй хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Денис Мантуров һәм Үзбәкстан премьер-министры урынбаҫары Жамшид Ходжаев үткәрҙе. Ултырышта билдәләүҙәренсә, 2024 йылда Рәсәй менән Үзбәкстан араһында тауар әйләнеше биш проценттан ашыуға артҡан, 10 миллиард долларҙан күберәк. 2025 йылдың туғыҙ айында үҙ-ара сауҙа күләме тағы ла һигеҙ процентҡа артҡан. Экспорт һәм импорт тауарҙары ыңғай динамика күрһәтә. «Илебеҙҙең инвестиция хеҙмәттәшлеге лә ошондай ыңғай йүнәлештә үҫешә. Республикала Рәсәй ҡатнашлығындағы 3 меңдән ашыу
Башҡортостан Үзбәкстан менән хеҙмәттәшлек тураһында юл картаһына ҡул ҡуйҙы
4 декабря 20254 дек 2025
1 мин