Өфөлә ҡатын-ҡыҙҙар боксы буйынса XXVI Рәсәй чемпионаты уҙғарылған көндәрҙә Баймаҡ районының йәш спортсылары билдәле кешеләр - Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастерҙары Юлия Немцова һәм Эдуард Абзалимов менән аралаша алды. Ҡунаҡтар үҙҙәренең тәжрибәһе менән уртаҡлашыу һәм балаларҙы бокс менән шөғөлләнергә дәртләндереү өсөн килде. Баймаҡ районы башлығының кадрҙар һәм социаль сәйәсәт буйынса беренсе урынбаҫары Фәнил Нәҙерғолов, сараны асып, ҡунаҡтарға был сәфәрҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе: – Беҙҙең районды һайлағанығыҙ һәм балаларҙы спорт менән шөғөлләнергә, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшергә дәртләндергәнегеҙ өсөн рәхмәт! Артабан балаларға ил, Европа чемпионы һәм донъя чемпионаты финалсыһы Эдуард Абзалимов мөрәжәғәт итте: – Бокс федерацияһы – ул бер ҙур ғаилә. Бөгөнгө күнекмәләрҙән һуң һеҙ үҙегеҙҙе ошо ғаиләнең тулы хоҡуҡлы ағзаһы тип иҫәпләй алаһығыҙ. Оҫталыҡ дәресе мускулдарҙы тартыу һәм нығытыу буйынса күрһәтмә күнекмәләрҙән, шулай уҡ психологик әҙерлек тураһында һөйләүҙән башланды. Эдуард Абзалимо
Рәсәй бокссылары Баймаҡ районында оҫталыҡ дәресе үткәрҙе
3 декабря 20253 дек 2025
1
1 мин